Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
15 Ғинуар 2020, 18:25

Пенсияға сығыу өсөн дә балл кәрәк

Билдәле булыуынса, пенсияға сығыу йәше әкренләп оҙая бара. Быйыл да шул күсеш иҫәпкә алына - 2015 йылдан бирле ғәмәлдә булған ҡағиҙә нигеҙендә, 2020 йылда ҡартлыҡ буйынса пенсияға сығыу өсөн кәмендә 11 йыл стаж һәм 18,6 балл йыйыу шарт.

Коэффициент суммаһы ла арта, быйылдан ул 93 һум тәшкил итәсәк, ә пенсияның фиксацияланған өлөшө 5686,25 һумға етәсәк. Коэффициенттар күләме пенсияның суммаһын билдәләүҙә мөһим роль уйнай. Пенсияға сығыу өсөн тейешле балдар суммаһы әкренләп артып барасаҡ. 2025 йылда ул 30-ға етергә тейеш. Ә 2024 йылда пенсияға сығыу өсөн кәмендә 15 йыл стаж талап ителәсәк.
Кеше үҙенең пенсияға сығыу балдарын, стаж тураһындағы мәғлүмәтте Пенсия бүлегенең рәсми сайтындағы шәхси кабинеты аша ла күҙәтеп бара ала. Дәүләт хеҙмәттәре берҙәм порталында теркәлгәндә күп функциялы үҙәк, пенсия бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам итә ала.
Фото: “Бәйләнештә”.
Читайте нас: