Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
4 Февраль 2020, 11:40

Белорет йүнселдәре ниҙәргә тотонмаҡсы?

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Барыһын да кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороп алып барыу власҡа ла, йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.
Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә өс эшҡыуар үҙҙәренең инвестиция проекттарын һәм идеяларын тәҡдим итте.
Беренсе булып сығыш яһаусы металл булмаған минераль продукция етештереү буйынса предприятие ойошторорға теләүен белдерҙе. Проект инициаторын инженер коммуникациялары менән тәьмин ителгән ер участкаһы ҡыҙыҡһындырҙы. Инвесторға проект документацияларын тулыһынса әҙерләргә кәңәш ителде.
Икенсе эшҡыуар ағасты тәрән эшкәртеү һәм әҙер продукция етештереү цехы проектын тәҡдим итте. Сеймал сығанағы итеп бөтә төр ағас материалын һәм ағас ҡалдыҡтарын ҡулланыу күҙаллана. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн бер нисә ер участкаһы тәҡдим ителде. Эшҡыуар менән өҫтәмә осрашыу ваҡыты билдәләнде.
Өсөнсө проект инициаторы Инйәр ауылында балыҡсылыҡ һәм агротуризмды үҫтерергә теләй. Бының өсөн ер биләмәһе билдәләнгән, инвестор ҙа табылған. Эшҡыуарға район өсөн мөһим проектты уңышлы тормошҡа ашырыу буйынса кәңәштәр бирелде, тәҡдимдәр әйтелде.
Фото Белорет хакимиәте сайтынан.
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас: