Ҡоролмалар ҡаланың төньяғына ҡуйыласаҡ, берәүһенең сентябрь айында сафҡа инеүе көтөлә. Станциялар БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағына биреләсәк һәм "Экология мониторингыһының берҙәм ҡала фонды" автоматик системаһына тоташасаҡ.
Станцияларға азот, углерод, көкөрт водороды, аммиак, көкөрт оксиды газ анализаторҙары, саң анализаторы ҡуйыласаҡ. Автоматик газ хроматографтары һауала ароматик углеводород, метанол, диметиламин, этилен кеүек зарарлы матдәләрҙең барлығын һәм миҡдарын беләсәк. Бынан тыш, комплексҡа һауа температураһы, дымлылығы, атмосфера баҫымы, яуым-төшөм күләмен билдәләүсе ультратауышлы метеостанция ла инәсәк.
- Республикала атмосфера һауаһы таҙалығын тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүленә, - тип белдерҙе БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров. - 2018 йылда "Таҙа һауа" төбәк проекты эшләнде һәм раҫланды. Унда Башҡортостандың эре предприятиелары ҡатнаша һәм һауа һаҡлау сараларын башҡара. Шулай итеп, беҙ дөйөм тырышлыҡ менән республика халҡының ҡулайлы тирә-яҡ мөхиткә хоҡуғын тормошҡа ашырабыҙ.
"Урал" гәзитенән.