Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Февраль 2020, 13:45

Оҫталыҡ, эрудиция, hөнәри сифаттар hәм таланттар ярышы

«Йыл уҡытыусыһы-2020» hәм «Мәктәпкәсә белем биреү йыл уҡытыусыһы-2020» hөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең район этабы тамамланды

Йыл һайын үткәрелә торған һөнәр буйынса иң яҡшыларҙы асыҡлау буйынса традицион район конкурсының ябыу тантанаһы Бишбүләк 1-се урта мәктәбенең матур итеп биҙәлгән акттар залында ойошторолдо, унда дөйөм белем биреү мәктәптәренән 12 педагог hәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһынан ете тәрбиәсе ҡатнашты. Бик көсөргәнешле конкурстың ваҡиғалары калейдоскоптағы рәсемдәр кеүек алмашынып торҙо. Конкурсанттар асыҡ дәрестәр бирҙе, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, эш тәжриәбәләре менән уртаҡлашты. Улар барыһы ла педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең юғары исемен аҡланы.
Бындай конкурс — педагогтар тормошонда мөhим ваҡиға. Ул балаларҙы уҡытыу процесын һәм методтарын камиллаштыу, уларҙы төрлө дoнъяны, ҡатмарлы кешелек мөнәсәбәттәрен ҡабул итеүгә әҙерлeү юлдарын бөтөнләй яңы импульс hәм сикһеҙ эҙләү мөмкинлеге бирә. Алып барыусылар залда ултырған конкурсанттарға, жюри ағзаларына башҡарылған ҙур эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр hәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Артур Зарипов, мәғариф бүлеге начальнигы Вячеслав Иванов hәм район мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Роман Тиманкин конкурста ҡатнашысыларға бик күп изге теләктәр еткерҙе, ирешелгәндәрҙә генә туҡталып ҡалмауҙарын hәм киләсәктә лә юғары педагогик оҫталыҡтарын камиллаштырыуҙы дауам итеүҙәрен теләне. Сәхнәлә фанфаралар сыңы аҫтында, төрлө номинацияларҙа еңеүселәргә дипломдар hәм сәскәләр тапшырыла. Иң тулҡынландырғыс миҙгел етә. «Татар теле hәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» дипломы менән Алһыу Ғимазова (Уҫаҡ-Кисеү ауылы) бүләкләнә. «Башҡорт теле hәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» дипломы менән Фәриҙә Әхмәтшина (Ҡаныҡай ауылы) бүләкләнә. «Башҡортостан йыл уҡытыусыһы» дипломы менән Йылбулаҡтамаҡ ауылы урта мәктәбенең математика, информатика hәм физика уҡытыусыһы Гөлнара Хәбирова бүләкләнә. «Йылдың иң йәш уҡытыусыһы» дипломы менән Наталья Алексеева (Бишбүләк 2-се урта мәктәбе) бүләкләнә. «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы-2020» дипломы менән Бишбүләк ауылының «Торнаҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рузана Хәйретдинова бүләкләнә. Улар тиҙҙән район данын республика күләмендә яҡлаясаҡ. Ябылыу hәм бүләкләү тантанаһының ҡабатланмаҫ матурлығын Бишбүләк ауылының «Йылмайыу» балалар баҡсаһы hәм 1-се урта мәктәп балаларының ихлас hәм тулҡынландырғыс сәнғәт номерҙары бүләк итте.
Владимир Смолов.
Автор фотоһы.
Читайте нас: