Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Февраль 2020, 18:15

Ауыл уҡытыусыһына - 1 миллион һум

Башҡортостанда эшкә ауылға, эшселәр ҡасабаларына, ҡала тибындағы ҡасабаларға һәм халҡы 50 мең кешегә тиклем булған ҡалаларға күсеп килгән уҡытыусыларға бер миллион һумлыҡ компенсация түләй башлаясаҡтар.

Субсидия тәүге өс йыл дауамында түләнәсәк – 2020 йылдан алып 2022 тиклем. Түләүҙәр йыл һайын 1 декабргә тиклем күсерелеп барасаҡ.
Бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәренә дәғүәселәрҙе конкурс комиссияһы һайлап аласаҡ. Талаптар араһында шундайҙары ла бар: уҡытыусының йәше 50-нән артмаҫҡа, тейешле белеме булырға, аҙнаһына кәмендә 18 сәғәт дәрес уҡытыу күләме менән бер эш хаҡы ставкаһына эшкә урынлашырға, мотлаҡ биш йыл эшләргә тейеш.
Конкурста күсеү күҙалланған ерҙән кәмендә 50 саҡрым алыҫлыҡта йәшәгән йәки эшләгән кешеләр ҡатнаша алмай. Шулай уҡ күсергә теләгән урыны уның әлеге ваҡытта йәшәгән һәм эшләгән муниципалитетында булмаҫҡа тейеш. Конкурста ҡатнашыу өсөн уҡытыусыларҙың ғаризалары йыл һайын 10 ғинуарҙан 15 апрелгә тиклем ҡабул ителәсәк.
Башинформ.
Читайте нас: