Әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәргә республиканан бөтәһе 2,4 мең ғаилә мөрәжәғәт иткән. Түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 151,5 млн һум тәшкил иткән.
Әйткәндәй, 1 ғинуарҙан законға индерелгән төҙәтмәләр, әсәлек капиталына эйә булған күп ғаиләләргә икенсе балаға айлыҡ түләүҙәр алырға мөмкинлек бирә. Сөнки хәҙер айлыҡ килеме ике йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләрҙең бындай түләүҙәргә хоҡуғы бар. Ошоға ярашлы, Башҡортостанда 9789 һум күләмендәге пособиеға һәр ғаилә ағзаһына килеме 20868 һумдан артмаған ғаиләләр дәғүә итә ала.
Өҫтәүенә, айлыҡ түләүҙәрҙең күләме лә артты.
2020 йылдың 1 ғинуарынан әсәлек капиталы 466 617 һум тәшкил итә. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, ул 13591 һумға артҡан.