Башҡортстандың Бөрйән районында республикалағы иң ҙур ҡояш электр станцияһы эшләй башланы. Уны «Хевел» компанияһы төҙөнө. Гибрид станцияны эшләтеп ебәреү Радий Хәбиров ҡатнашлығында Рәсәй сәнәғәт форумын асыутантанаһында уҙҙы.
- Бына инде 19-сы тапҡыр Өфө һәм Башҡортостан Рәсәй сәнәғәт форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләй. Форум беҙҙең хеҙмәттәшлек, уртаҡ эшебеҙ өсөн артабан нигеҙ булыр тип өмөтләнәбеҙ. Башҡортостан - Рәсәй Федерацияһының динамикалы үҫештәге төбәктәренең береһе. Республика сәнәғәте үҫешендә етди уңыштар күрһәтә, һәм мин беҙгә бер-беребеҙ менән уртаҡлашырырлыҡ нәмәләр бар тип уйлайым. Быйылдан беҙ форум сиктәрендә йыл һайын яңы предприятиелар асасаҡбыҙ. Бөгөн Бөрйән ҡояш электр станцияһы эшләй башлауға старт бирәбеҙ.
Ә Бөрйән халҡы өсөн был электр станциһы - ут булмауҙан ҡоткарыу тигән һүҙ. Уларҙа һәр ваҡыт ут юҡ ине. Бөрйән - сабыйҙар тыуыуы буйынса республикала беренсе урында. Беҙҙең арала шундай мәҙәк тә бар ине бит: был күрһәткес ни өсөн юғары? Сөнки уларҙа даими рәүештә утты һүндерәләр. Хәҙер утты даими рәүештә һүндереп тормаясаҡтар. Бөрйәнлеләр өсөн был, беләһеҙме, тормош уңайлығы, - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.