Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
27 Февраля 2020, 09:10
Кейем-һалым ҡиммәтләнә, тип иҫкәртәләр...
Рәсәйҙә ҡулланыу тауарҙарына хаҡтарҙың күтәрелеүе көтөлә. Мәҫәлән, көнкүреш техникаһы киләһе йылдан - 13, электроника -9, кейем-һалым, шулай уҡ аяҡ кейемдәре 2-5 процентҡа ҡиммәтләнә. Сәбәбе билдәле – 2021 йылдан ҡулланыу тауарҙары ҡалдыҡтарын тулыһынса үтилләштереүгә талаптар арттырыла.
Хаҡтарҙың нисек үҫешәсәгенә тулы анализ яһалған. Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы ҡулланыу тауарҙары ҡалдыҡтарын һәм ҡаптарҙы үтилләштереү буйынса концепция эшләгән. Хөкүмәт етештереүселәр һәм импортерҙар өсөн эшкәртеү нормативтарын март аҙағына тиклем раҫларға тейеш. Әле ҡалдыҡтар өлөшләтә үтилләштерелә, мәҫәлән, текстиль изделиеләре ни бары биш процентҡа. Хаҡтар ҡапыл күтәрелеп китмәһен өсөн ритейлерҙар файҙаланылған тауарҙарҙы үтилләштереүгә биш йыл ваҡыт биреүҙе һорай.
Фото:Tobolsk72.ru
https://rbsmi.ru
/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
9 Июля , 09:03
Бәхетле ҡартлыҡ — ул яҙмыш бүләге
Общие статьи
8 Июля , 15:49
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"