Дим буйҙары
+30 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
5 Марта 2020, 06:35
Башҡортостанда 900 кеше ауыл ипотекаһына ғариза биргән
Россельхозбанк (РСХБ) беренселәрҙән булып, Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү төҙөнө һәм 2020-2025 йылдарға «ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә, ташламалы ипотека биреү буйынса вәкәләтле банктар исемлегенә инде.
Өфөнөң "Россельхозбанк" филиалына 2 млрд. һум алыу өсөн, 900 ғариза бирелгән дә инде. Ил буйынса 40 млрд. һумдан ашыу суммаға 20 меңдән артыҡ кеше мөрәжәғәт иткән.
-“Россельхозбанк” ташламалы ауыл ипотекаһы программаһында ҡатнашыусы беренсе банк булды. Күп кенә рәсәйҙәргә әлеге ипотека менән ҡалаларҙан ситтә күсемһеҙ милек һатып алыу отошло буласаҡ, ә ауыл халҡы үҙҙәренең өйҙәрен төҙөкләндерә һәм көнкүрешен яҡшырта аласаҡ. Ауыл территорияларын үҫтереү банк өсөн стратегик бурыс, - тип билдәләп үтте банктың ваҡлап һатыубизнесы департаменты директоры Ольга Шведова.
Россельхозбанк йыллыҡ 3% ставкаһы менән, 21 йәштән 75 йәшкә тиклем ташламалы ауыл ипотекаһын бирә. 25 йылға тиклем бирелә торған кредит суммаһы 100 меңдән 3 млн һумға тиклем Ленинград өлкәһе һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округы өсөн – 5 млн һум). Шул уҡ ваҡытта беренсел взнос 10% тан башлана. Ипотека алыусы ауыл территорияларында урынлашҡан ер биләмәһе һатып ала һәм унда подряд килешеүе буйынса йорт төҙөй ала.
"Өмөт" гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
10 Июля , 08:04
Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге
Общие статьи
9 Июля , 15:30
Урамдарға тротуар һалына, асфальт түшәлә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"