Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Март 2020, 11:50

Милли проект: Башҡортостан иң яҡшы өсәү рәтендә

Беҙҙең республика былтыр экспортерҙар менән эшләү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урынға сыҡҡан. Беҙҙән алда - Мәскәү өлкәһе менән Алтай крайы.

Рейтингты Рәсәй экспорт үҙәге төҙөгән. Эш барышында төбәктә продукцияны ситкә һатыу буйынса ярҙам күрһәтеү, яңы экспортерҙар иҫәбе, тауар күләме һәм географияһы кеүек күрһәткестәр иҫәпкә алынған.
Башҡортостан - өсөнсө урында. Беҙҙең өсөн яҡшы исемлеккә инеүҙең төп факторы - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа экспортта булышлыҡ итеү булғандыр. Республиканың экспорт үҙәге ярҙамы менән 114 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмаһы ситкә продукция һатыу мөмкинлеге алған. барлығы 170 экспорт контракты төҙөлгән.
Был эштәр Президент Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы башҡарыла.

Фото:РИА-Новости.
Читайте нас: