Рәсәйгә сит илдән инеүсе тауарҙарға хаҡтар 10-35 процентҡа артыуы ихтимал. Халыҡ-ара компанияларҙың ил эсендә етештерелеүсе тауарҙарына хаҡтар 10 проценттан да күтәрелмәҫ, тип фаразлайҙар.
“БКС Брокер” инвестициялар бүлеге начальнигы Нарек Авакян әйтеүенсә, электроникаға хаҡтарҙың 20, автомобилдәргә – 5, дарыуҙарға 10-12 процентҡа артыуы мөмкин.
Шулай ҙа фармацевтика буйынса эксперттарҙың фекеренсә, сит илдән индерелгән дарыуҙар ныҡ ҡиммәтләнәсәк, уртаса – 30 процентҡа.
“Альтари” мәғлүмәт-аналитика үҙәге етәксеһе урынбаҫары Наталья Мильчакова әйтеүенсә, балалар тауарҙарына, өҫ һәм аяҡ кейеменә хаҡтарҙың өстән бер өлөшкә артыуы ихтимал, сөнки был тармаҡтар Ҡытайҙағы сауҙа менән тығыҙ бәйле.
Фото: "Башинформ".