Трутнев Путинға һөйләүенсә, ил башлығы ҡушҡанса, үҫеш буйынса эштәр башҡарыла. Әле Алыҫ Көнсығышта дәүләт ярҙамы менән 2283 проект ғәмәлгә ашырыла. Инвестициялар күләме триллион һумдан артҡан. Сәнәғәт үҫеше (2019 йылда) - алты процент. Социаль сфера буйынса ла эш бара. Владимир Путин күрһәтмәһе буйынса Бүрәт республикаһы, Байкал аръяғы ла Алыҫ Көнсығыш федераль округына ҡушылған. "Бер гектар" программаһында ҡатнашып, 80 меңдән ашыу кеше ер алған. Арктикаға килгәндә, уның ресурстарын файҙаланыу буйынса ҙур проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу күҙаллана. Тиҙҙән Себерҙәге байлыҡтар бөтһә, ярай әле, Арктика бар... Путин етәкселәрҙән ишеткәндәре менән ҡәнәғәт ҡалды шикелле.