– Быйыл тәүге ярты йыллыҡта “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан Ҡытайға экспортҡа оҙатыу өсөн тәғәйенләнгән 44 мең кубометр ағас юнысҡыһынан торған плитәләр сертификацияланды. 1048 дана фитосанитар сертификат тултырылды. Партиялар "Россельхознадзор"ҙың Башҡортостан референт үҙәгендә тейешле тикшереү үтте. Фитосанитар тикшереү экспертизаһы һөҙөмтәһендә карантин организмдар табылманы, бөтә тейәлгән тауар импортты ҡабул иткән талаптарға яуап бирә, – тип яҙа ведомствоның матбуғат хеҙмәте.