Дим буйҙары
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
8 Октября 2020, 17:50
Финанс белемеңде тикшер
Башҡортостандың Финанс министрлығы республика халҡын “Башҡортостан Республикаһы тауышы” порталында https://golos.openrepublic.ru/polls/204/ һылтанмаһы буйынса үтеп, финанс ғилеме буйынса тест һорауҙарына яуап биреүҙә ҡатнашырға саҡыра.
Тест 2017 – 2023 йылдарға иҫәпләнгән Халыҡтың финанс белемен арттырыу стратегияһына ярашлы тормошҡа ашырылған 2015 – 2020 йылдарға Башҡортостан халҡының финанс ғилеме кимәлен күтәреү буйынса саралар планына ярашлы ойошторола. Исем-шәрифеңде күрһәтеүҙең кәрәге юҡ, 27 һорауға яуап биреү 10 минут ваҡытты ала.
Тест финанс ғилеме һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау өлкәһендә ҡайһы бер мәсьәләләргә иғтибарығыҙҙы йүнәлтәсәк. Сарала ҡатнашыуығыҙ республика граждандарының финанс белеме кимәлен күҙалларға, уны камиллаштырыу йәһәтенән көнүҙәк темаларҙы билдәләргә булышлыҡ итәсәк.
Фото: minfin.bashkortostan.ru
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"