Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
9 Октябрь 2020, 12:53

Ауыл пенсионерҙарының пенсияһы артты

Былтырҙан башлап ауылда йәшәгәндәргә ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһына өҫтәмә түләнә.

25 процентлыҡ өҫтәмәгә ауыл хужалығында кәмендә 30 йыл эш стажы булған, ауыл ерендә йәшәгән һәм әлеге мәлдә түләүле эше булмағандар хоҡуҡлы.
2019 йылдың 1 ғинуарынан ауыл өлкәндәренә был түләү күләме айына – 1,3 мең һум, өсөнсө төркөм инвалидтарына 667 һум булһа, быйыл 1 ғинуарҙан 1,4 мең һум һәм 705 һум тәшкил итә.
Шул уҡ ваҡытта пенсионер, өҫтәмә документ тапшырып, аҡсаны ҡайтанан иҫәпләтә ала. Ауыл пенсионерҙарына өҫтәмә алыу хоҡуғын биргән стажға колхоз, совхоздарҙа һәм башҡа ауыл хужалығы предприятиеларында, ойошмаларында эшләгән осор инә, тик кешенең мәшғүллек өлкәһе мотлаҡ малсылыҡ, үҫемлекселек һәм балыҡсылыҡ (агроном, тракторсы, ветеринар, умартасы һ.б – йәмғеһе 500-ҙән ашыу һөнәр) булырға тейеш. Колхоз, совхозда, машина-трактор станцияларында, колхоз-ара предприятиеларҙа, крәҫтиән хужалыҡтарында, ауыл хужалығы артелдәрендә 1992 йылға тиклем эшләгән осор, һөнәргә, белгеслеккә, биләгән вазифаға ҡарамаҫтан, ауыл стажына индерелә.

Читайте нас: