Дим буйҙары
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Октябрь 2020, 10:47

Эшҡыуарҙарға ярҙамға

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре республика һәм муниципалитет ҡарамағында булған биналарҙы, ер биләмәләрен ҡуртымға алыу мөмкинлегенә эйә.

Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса проект офисы ултырышында хәбәр итеүҙәренсә, әле ошондай 2,5 меңдән ашыу объект бар.
Шәхси кешеләрҙәнме әллә дәүләттәнме?
Мәҫәлән, ҙур булмаған магазин асырға теләйһегеҙ йәки продукция һаҡлау өсөн келәт кәрәк, ти. Ләкин уны һатып алырға аҡсағыҙ юҡ. Ҡуртымға алырға теләгән объект хосуси милектә булһа, уның хужаһы менән килешеү төҙөп,эшмәкәрлегегеҙҙе башлай алаһығыҙ.
Дәүләт милкендәге биналарҙы ҡуртымға алыу ҡатмарлыраҡ, әлбиттә. Ләкин уның уңай яҡтары ла бихисап. Мәҫәлән, дәүләт ҡуртым хаҡын бик һирәк арттыра, ғәҙәттә хаҡ нисек килешкәнһегеҙ, шулай ҡала. Шул уҡ ваҡытта бөгөнгөләй үҙизоляция ваҡытында дәүләт эшҡыуарлыҡҡа ҡаршы бара һәм ҡуртым хаҡын бөтөнләй түләмәҫкә рөхсәт бирә.
Уңайлы бина йәки ер биләмәһеме?
Башҡортостандағы дәүләт һәм муниципаль биләмәләге милектең тулы исемлеге менән “Башҡортостан Республикаһы бизнесы һәм инвестициялары” сайтында танышырға була. Үҙегеҙ теләгән районды йәки ҡаланы һайлап, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына һәм ярҙам инфраструктураһын булдырған ойошмаларға бирелгән муниципаль милек исемлеге” тигән һылтанмаһы аша инергә кәрәк. Унда буш торған һәм ҡуртымға тапшырылған объекттар исемлеге бирелә.
Дәүләт менән ҡуртым килешеүен нисек төҙөргә?
Закон буйынса, дәүләт үҙ мөлкәтен документһыҙ берәүгә лә тапшырып ҡуя алмай. Бары тик конкурс йәки аукцион аша ғына башҡарыла. Шуға күрә ҡуртымға алыусыға башта участканы йәки бинаны һайлай һәм заявка ебәрергә кәрәк. Һәр объект аҫтында кәрәкле мәғлүмәттәрҙе тултырырға, үҙегеҙҙең контакттарҙы теркәйһегеҙ. Шулай уҡ “БР ҡаҙнаһы милке менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһына шәхсән мөрәжәғәт итергә лә мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 61/45. Телефон: +7 (3472) 18-18-00.
Милек хужаһы һеҙгә сауҙалашыу тураһында белдереү ебәрә. Уны ғәҙәттә кәмендә 30 көн алдан иғлан итәләр. Мәғлүмәт Рәсәй Федерацияһының рәсми сауҙалашыу сайтында урынлаштырыла. Ҡуртымға алырға теләгәндәр документтар йыйып, аукцион комиссияһына ебәрә. Килешеү сауҙа үткәндән һуң 10 көн үткәс, ике ай эсендә төҙөлөргә тейеш.
Сауҙаһыҙ эшләп булмаймы?
Ҡайһы бер осраҡтарҙа бинаны ҡуртымға сауҙалашыуһыҙ ҙа тапшыралар. Бындай осраҡтар “Конкурентлыҡты яҡлау тураһында”ғы Федераль закондың 17.1-се статьяһында айырып билдәләнгән. Мәҫәлән:
-медицина һәм мәғариф ойошмаларға;
-элемтә селтәрен, почта бүлексәһен урынлаштырыуға. Ләкин ул ярты йылға бер тапҡыр, 30 көнгә бирелә.
Ниндәй өҫтөнлөктәр ҡаралған?
Беренсенән, ҡуртым килешеүе срогы кәмендә биш йыл була һәм тәүге йылдарҙа ҙур ташлама бирелә:
- беренсе йылда ҡаралған түләүҙең - 40 процентын,
- икенсе йылында - 60 процентын,
- өсөнсө йылда – 80 процентын,
- дүртенсе йылда һәм ҡалған йылдары 100 процент ҡуртым хаҡын түләргә кәрәк буласаҡ.
Икенсенән, бизнес дәүләт милкен һатып алыуҙа өҫтөнлөклө хоҡуҡтан файҙалана (әгәр был мөлкәт биш йылдан ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ мөлкәте исемлегендә булһа). Шулай уҡ эшҡыуар әгәр уны өс йылдан ашыу ҡуртымға алған булһа өҫтөнлөк бирелә.
Фотосығанаҡ: https://yandex.ru.
Читайте нас в