Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Октябрь 2020, 10:58

Өфө юлдары төҙөкләнә!

Өфөлә быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса ремонтланырға тейеш булған юлдың 22 участкаһында ла эштәр тамамланған.

Шулай итеп Академик Королев, Аҡназаров, Архитектур, Дмитий Донской, Нехаев, Степан Халтурин, Чудинов һәм башҡа урамдар ремонтланған. Дөйөм алғанда 20,85 километр юлда ремонт башҡарылған.
“Ремонт барышында иҫке юл япмаһы яңыһына алмаштырылды, техник һыҙаттар яһалды, яңы бордюрҙар ҡуйылды, кәрәк булған ерҙә тротуарҙар ремонтланды”, – тинеләр ҡала хакимиәтендә.
Бынан тыш йәйәүлеләр үткәүеле һәм мәктәптәр янындағы йәйәүлеләр юлдары эргәһенә 1,2 мең погон метр яндауыллы сикләгестәр ҡуйылды. Был йәйәүлене тапатмаҫ өсөн эшләнгән.
Милли проект арҡаһында бындай сикләгестәр Әй һәм Чернышевского урамдары, Степан Кувыкин һәм Батыр урамдары, Ҡуласа һәм Борисоглебская урамдары, Баландин бульвары һәм Төхвәт Йәнәби урамдары киҫелештәрендә барлыҡҡа килде.
“Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн быйыл биш урында яңы светофор ҡуйылды – Трамвай һәм Адмирал Макаров урамдары, Аксаков һәм Свердлов урамдары, Рәсәй һәм Төньяҡ үтеү урамдары, Беренсе май һәм Маяковский урамдары киҫелештәре, Мәжит Ғафури урамындағы 4-се йорт янында”, – тинеләр ҡала хакимиәтендә.
Әлеге ваҡытта баш ҡалала Мостай Кәрим, Галле ҡалаһы урамдарында капиталь ремонт, 8 Март һәм Комсомол урамдарында реконструкция, Валерий Лесунов менән Баландин бульварын төҙөү эштәре дауам итә.
Быйыл Өфө урамдары ҙур бер төҙөлөш майҙансығын хәтерләтте. Бик күп урамдарҙа йәй буйы ремонт эштәре ҡайнап торҙо. Был ҡала халҡы өсөн бер ни тиклем уңайһыҙлыҡ тыуҙырһа ла, хәҙер күп эштәр тамамланды һәм беҙгә сифатлы матур юлдарҙан йөрөү мөмкинлеге булды.
Әйткәндәй, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды. Милли проект юлдарҙы ремонтлап, кешеләр ғүмерен һаҡлауға йүнәлтелә.
Читайте нас: