Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Октябрь 2020, 10:24

Аҡса тота беләһеңме?

Финанс грамоталылығы аҙналығы бара. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа аҡсалары менән яуаплы һәм дөрөҫ эш итергә өйрәнәсәк.

Аҙна буйы спикерҙар кредит, финанс ярҙамының көнүҙәк формалары, бюджеттың үҙгәреүсән иҡтисади шарттарға яраҡлашыуы, киберенәйәтселек һәм башҡалар хаҡында һөйләй. Әйткәндәй, 24 октябрҙә был сараны ғаилә фестивале асҡайны. Ял көндәрендә 50-нән ашыу сара буйынса виртуаль ҡала ойошторолған.
Эш көндәрендә Рәсәйҙең Үҙәк банкы, Пенсия фонды, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, “Иҡтисадтың юғары мәктәбе” һәм башҡа ойошмалар белгестәренең шәхси финанс тураһындағы онлайн-лекцияларын тыңларға мөмкин. Бынан тыш, онлайн-курстар ҙа ойошторола. Шулай уҡ теләге булғандар финанс буйынса экскурсияларҙа, мәғариф викториналарында һәм уйындарында ҡатнаша ала.
Был аҙналыҡты “Финанс грамоталылығы милли үҙәге” ойоштора. Барлыҡ сараларҙы илдең Финанс министрлығы һәм Рәсәйҙә финанс грамоталылығын камиллаштырыу буйынса Бөтә донъя банкы үткәрә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Вашифинансы.рф” порталында танышырға мөмкин.
Фото: Рәсәйҙең Финанс министрлығы.
Читайте нас: