Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Октябрь 2020, 11:45

Тағы яңы закон

Рәсәй Президенты Владимир Путин тағы бер законға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы 2021 йылдың 1 мартына тиклем яңы тыуған балаға түләнә торған пособие алыуға ғариза биреү өсөн социаль яҡлау органдарына һәм пенсия фондына барыу тыйылды. Закон рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.

Тимәк өс йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләнгән пособие (әгәр ғаилә килеме йән башына ике йәшәү минимумынан уҙмаһа) автоматик рәүештә түләнә. Был сара 2020 йылдың 1 апреленән 1 сентябренәсә пандемия осоронда социаль бәйләнештәрҙе сикләү маҡсатында эшләнелгәйне, хәҙер иһә уның ваҡыты тағы ла оҙайтылды.

#В.Путин

Читайте нас: