Дим буйҙары
-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
2 Ноябрь 2020, 11:59

Рәсәй Хөкүмәте торлаҡ һатып алыу өсөн социаль түләүҙәр юллауҙы ябайлаштырҙы

Йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләүҙәр юллау күпкә ябайлаша.

Ошо хаҡтағы ҡарарға Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

Хәҙер дәүләт ярҙамы алыу өсөн кәрәкле барлыҡ документтарҙы шәхсән генә түгел, Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша ла бирергә мөмкин.

Электрон документтарҙа ғаилә ағзаларының береһенең ябай электрон ҡултамғаһы торорға тейеш.

Торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләүҙәр йәше 35-кә етмәгән ғаиләләргә тапшырыла.

Балаларҙың булыуы мотлаҡ түгел. Бынан тыш, бер йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән 35 йәшкә тиклемге яңғыҙ ата-әсә лә дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы. Төп шарт – ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булырға тейеш.

Түләүҙең күләме торлаҡ хаҡынан 30-35% тәшкил итә. Шулай уҡ ҡалған өлөшөн ҡапларға йәки кредитты түләргә мөмкинлек биргән килемде раҫларға кәрәк. Аҡсаны өй, яңы һалынған йортта фатир һатып алыу, шәхси торлаҡ төҙөү, шулай уҡ тәүге иғәнә йәки ипотеканы түләп бөтөрөү өсөн тотонорға була.

Башинформ.

Фото яндекс.

Читайте нас в