ПСК компанияһы генераль директорының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Олег Бабенков әйтеүенсә, бетон эштәре тулыһынса башҡарылған, биләмәне төҙөкләндереү, ағас ултыртыу тамамланып килә.
“Әле дауахана корпустарында металл конструкцияларҙы һәм сэндвич-панелдәрҙе ҡорабыҙ, тышҡы селтәрҙәр һәм коммуникациялар, елләтеү системалары буйынса эш бара, юл, бордюр һалабыҙ, ҡыйыҡты ябыу менән мәшғүлбеҙ. Күреүегеҙсә, төҙөлөш бер минутҡа ла туҡталмай, объектты, вәғәҙә иткәнсә, 1 декабргә тапшырырға тейешбеҙ. Бында күп нимәне алдан күҙаллап эшләйбеҙ, Өфө эргәһендәге йоғошло ауырыуҙар госпитален төҙөгәндә бай тәжрибә тупланды. Шул уҡ ваҡытта әлеге проект технологик яҡтан байыраҡ, уға бала табыу, балалар, хирургия бүлектәре лә индерелгән”, – тине Олег Бабенков.
Яңы корпуста тәүлек әйләнәһенә эшләгән 60 бокс һәм 14 реанимация боксы булдырыла. Йоғошло ауырыуҙар бүлеге мельцер (шәхси) бокстары менән тәьмин ителә.
Үҙәктә йәнә акушерлыҡ-гинекология блогы, ҡабул итеү-диагностикалау бүлеге, бактериологик лаборатория, дарыухана эшләйәсәк. Табиптар өсөн 40 урынлыҡ дөйөм ятаҡ асыла. Дауахананың таҙартыу ҡоролмалары, медицина газы һәм кислород әҙерләү, автотранспортты дезинфекциялау һәм дизель электр станциялары буласаҡ. Төҙөүселәр әйтеүенсә, биналар 50 йылдан ашыу хеҙмәт итәсәк.
Мәғлүм булыуынса, ковид госпитален төҙөүгә Башҡортостан ҡаҙнаһынан 2,195 миллиард һум аҡса бүленде.
Фото: bashinform.ru