Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
11 Ноябрь 2020, 17:49

Республикала һөт ҡиммәтләнде

Башҡортостанда пастеризацияланған айыртылмаған һөткә хаҡтың артыуы күҙәтелә, тип хәбәр иттеләр республика статистиктары.

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала октябрҙә 2,5-3,2% ҡуйылыҡтағы пастеризацияланған һөттөң бер литры уртаса 51,75 һумға етте. Ғинуарҙа Башҡортостанда йәшәүселәргә ошонай уҡ һөт 50,06 һумға төшә ине.

Ғәҙәттәгесә, пастеризацияланған һөткә хаҡ буйынса иң ҡиммәт ҡала — Өфө. Октябрҙә өфөләр уны уртаса 53,72 һумға һатып алды.

Шартлы икенсе урында – Нефтекама – бер литры 49,53 һум тора.

Өсөнсөлә – Стәрлетамаҡ (47,91 һум).

Ә иң арзан һөт – Сибайҙа, бер литры уртаса 47,03 һум тора, тип йомғаҡ яһаны статистиктар.

Читайте нас: