Дим буйҙары
+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
ИҠТИСАД
18 Ноября 2020, 07:55

Башҡортостанға балалы ғаиләләргә түләү өсөн өҫтәмә 4 миллиард 200 миллион һум бүленде

Аҡса Рәсәй Хөкүмәтенең резерв фондынан йүнәлтелә. Ул 3 йәштән 7 йәшкәсә балалар өсөн тәғәйенләнә.

Федераль үҙәктән бүленгән аҡса суммаһы буйынса беҙҙең республика ил төбәктәре араһында өсөнсө урында килә. быға тиклем балалы ғаиләләргә ярҙам өсөн резерв фондтан Башҡортостанға июлдә һәм октябрҙә 1 миллиард 400 миллион һум күсерелгәйне. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса, түләү 3 йәштән 7 йәшкәсә балалар өсөн мохтаж ғаиләләргә ҡарала.

фото яндекс.

Читайте нас