Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Ноябрь 2020, 21:05

Бәләбәйҙә Volkswagen һәм Škoda өсөн деталдәр сығарыла башлай

Бәләбәй «Автонормаль» заводы «ФОЛЬКСВАГЕН.. Груп Рус» компанияһын беркетеү деталдәре менән тәьмин итәсәк. Ошо турала дүрт йылға килешеү төҙөлдө

Предприятие Volkswagen һәм Škoda еңел автомобилдёре өсөн йыл һайын туғыҙ миллион берәмектән ашыу беркетеү детале сығарасаҡ. Әле был деталдәр «ФОЛЬКСВАГЕН Груп Рус»тың Калугалағы заводында һәм Түбәнге Новгородтағы подразделениеһында ҡулланыла. Килешеүгә ярашлы, предприятие продукцияның яңы 20 төрөн үҙләштергән. Улар ныҡлыҡҡа һынауҙы уңышлы үткән.

– «Автонормаль» заводының Рәсәйҙә «ФОЛЬКСВАГЕН Груп Рус» өсөн беркетеү деталдәре сығарған тәүге предприятие булыуы – етештереүсе өсөн дә, Рәсәйҙәге тотош автокомпонентар тармағы өсөн дә ҙур ҡаҙаныш. Volkswagen һәм Škoda маркалары стандарттары юғары, һәм Рәсәй компоненттарын файҙаланыуҙы локальләштерүе кимәлен артабан да арттырыуҙы аңлата, – тип белдерә Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Александр Морозов.

Читайте нас: