Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
25 Ноябрь 2020, 12:27

Бәләбәй заводы - алдынғылар араһында!

Бәләбәйҙең «Автонормаль» заводы ҡаланың әйҙәүсе предприятиеларының береһе булып тора. Бөгөнгө көндә «БелЗАН» йәмғиәте автомобиль сәнәғәтенең әйҙәп барыусы предприятиеларына тоташтырыу-нығытыу продукцияһы оҙатыусы төп предприятие булып тора.

Кисә завод цехтарында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булды. Предприятиеның генеральный директоры Роман Букарев заводтың барлыҡ продукцияһы сертификацияланған, тип һөйләне. Таможня берлегенән предприятие продукцияһын донъя баҙарына сығарыу хоҡуғын бирә торған сертификаттар алынған.
Ағымдағы йылдың 10 айында предприятиеның табышы 3,4 миллиард һум тәшкил иткән, саф табыш - 79,5 миллион һум. Заводта 2887 кеше эшләй, уртаса хеҙмәт хаҡы 27 мең һум тәшкил итә.
Заводтың генеральный директоры һүҙҙәренә ҡарағанда, предприятие 2023 йылға ҡәҙәр 600 миллион һумлыҡ инвестиция программаһы эшләгән. Ул бөгөнгө көндә булмаған технологияларҙы ғәмәлгә индерергә, шулай уҡ ҡайһы бер технологик операцияларҙа етештереүҙе арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
Завод республика етәкселеге ярҙамынан башҡа хәл итә алмай торған проблемалар араһында предприятиеның балансында Бәләбәй өсөн берҙән-бер биологик таҙартыу ҡоролмалары булыуы ла бар. Шуға күрә предприятие етәкселеге уларҙы республика йәиһә муниципаль милеккә тапшырыуҙарын һорай.
Тағын бер етди мәсьәлә — кадрҙарға ҡытлыҡ. Был проблеманы хәл итеү өсөн Бәләбәй гуманитар-техник колледж базаһында предприятие кадрҙарға ҡытлыҡ кисергән белгестәр буйынса уҡыуҙар ойошторорға була.
Артабан барлыҡ проблемалар ҙа "Сәнәғәт сәғәте"ндә ҡаралды.
Башинформ

Читайте нас: