Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
26 Ноябрь 2020, 10:56

Ә һеҙ онотманығыҙмы?

Күп функциялы үҙәктәрҙә күрһәтелгән хеҙмәттәр араһында кешеләрҙән йәки уларҙың вәкилдәренән һалым түләү кәрәклеге тураһындағы иҫкәртеү ҡағыҙын ҡултамға ҡуйып алырға мөмкин.

Был хеҙмәттән файҙаланыу өсөн шәхесте раҫлаған документты күрһәтергә һәм ғариза яҙырға кәрәк. Ул үҙ сиратында һалым инспекцияһына тапшырыласаҡ.
Һалым түләү тураһындағы иҫкәртеү ҡағыҙын шулай уҡ электрон формала “Шәхси кабинет” аша йәки шәхсән һалым инспекцияһында алырға була.
2019 йыл өсөн һалымды "Шәхси кабинет" йәки Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы "Һалымдарҙы һәм иғәнәләрҙе түләү" интернет-сервистары аша, Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә, банк терминалдары аша түләрҙә мөмкин. Иң мөһиме - был бурысты 1 декабргә тиклем атҡарырға кәрәк.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: