Беренсенән, Рәсәй Һалым федераль хеҙмәтенең “Физик шәхестәрҙең шәхси кабинеты” интерактив сервисы һәм “Физик шәхестәрҙең һалымдары” мобиль ҡушымтаһы аша һалымды түләргә мөмкин.
Икенсенән, Үҙенсәлекле иҫәпләүҙәр идентификаторын (ИНН) файҙаланып була. Әлеге эпидемиологик йәһәттән имен булмаған осорҙа почта бүлексәләренә шәхсән барып түләү хәүефлерәк. Бигерәк тә оло йәштәгеләр өсөн быны эшләмәү хәйерле. Шуға “Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте” электрон сервисы аша мөрәжәғәт итеп, Үҙенсәлекле иҫәпләүҙәр идентификаторын (ИНН) биреүҙе һорарға мөмкин. Уның ярҙамында “Физик шәхестәрҙең милек һалымын түләүе һәм документ индексы буйында өҫтәмә хаҡ өсөн һалым (НДС)” сервисы аша үрҙә әйтелгән бурысты атҡарырға мөмкин.
Өсөнсөнән, үҙегеҙҙең генә түгел, башҡалар өсөн һалымды түләргә була. Мәҫәлән, атай-әсәйегеҙҙең, балаларығыҙҙың һәм башҡаларҙың һалым буйынса бурысын ҡапларға мөмкин. Бының өсөн “Өсөнсө кешеләр өсөн һалым түләү” сервисын файҙаланығыҙ.
Дүртенсенән, һалым түләү кәрәклеген иҫкәрткән ҡағыҙ әле һаман килмәһә, уны күп функциялы үҙәктәрҙә алыу мөмкинлеге бар.
Бишенсенән, һалым түләү менән бәйле мәсьәләләр килеп сыҡһа, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының “ҡыҙыу линия” телефоны буйынса һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ: 7(347)226-38-00.