Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Ноябрь 2020, 14:35

«Саҡмағош» станцияһында яңы нефть резервуары файҙаланыуға тапшырылды

«Транснефть – Урал» йәмғиәте Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы «Саҡмағош» етештереү-диспетчерлыҡ станцияһында нефть һаҡлау өсөн 5 мең куб.метр һыйҙырышлы резервуарҙы үҙгәртеп ҡорғандан һуң файҙаланыуға тапшырҙы.

Резервуарҙың бейеклеге 12 метр тирәһе, диаметры 23 метр. Эштәр барышында дөйөм массаһы 122 тонна булған металлоконструкциялар тулыһынса алмаштырылған, дөйөм майҙаны 3 мең кв.метрҙан ашыу булған тышҡы һәм эске өҫлөктәрҙә коррозияға ҡаршы өҫлөк яһалған. Һыйышлыҡтарҙы тоташтырыу өсөн оҙонлоғо 124 метр булған технологик торбаүткәргестәр төҙөлгән. Экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында резервуар углеводородтарҙың парланыуын булдырмай торған алюминий понтон менән йыһазландырылған, резервуар паркты автоматлаштырыу һәм янғын һүндереү системаларына тоташтырыу башҡарылған.

Дөйөм майҙаны 730 кв. метрҙан ашыу булған һаҡлағыс ҡоролма төҙөкләндерелде, резервуар майҙан-полигонына ваҡ таш йәйелде. Һыйышлыҡтар янына хәүефһеҙ килеү өсөн 900 кв. метр майҙанлы юл булдыдырылған.

Бер нисә (визуаль-үлсәү, ультратауыш, радиография, капилляр, вакуумлаштырыу) ысул ҡулланып башҡарылған монтаж эштәрен тикшереү һөҙөмтәләре буйынса барлыҡ конструкцияларҙың һәм резервуар системаларының эксплуатация башланыуға әҙерлеге раҫланған. Гидроһынауҙар 48 сәғәт дауамында герметиклык, металл конструкцияларҙың һәләте һәм понтондың эшкә яраҡлылығын күрһәтте.

Эштәр, торбаүткәргес транспорт объекттарының имен һәм ышаныслы эшләүен тәьмин итеү маҡсатынан, «Транснефть – Урал» йәмғиәтен техник яҡтан яңынан ҡоралландырыу һәм реконструкциялау программаһы сиктәрендә башкарылған.

Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.

Читайте нас: