

Топ-5-кә Мәскәү, Санкт-Петербург, Грозный, Калуга һәм Ҡазан ҡалалары керҙе.
250 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙа йәшәү сифатын билдәләүҙе Рәсәй хөкүмәте ҡаршыһындағы Финанс университеты үткәргән.
Ил ҡалаларында йәшәү сифатын баһалау рәсәйҙәрҙең тормошоноң төрлө яҡтары турыһында фекеренә нигеҙләнгән. Халыҡтың тормош шарттары һәм кәйефе тураһында мәғлүмәт уҙған йылда уҙғарылған социологик тикшеренеүҙәр ярҙамында тупланған.
Ҡалаларҙың һәр береһендә уларҙың социаль-демографик йүнәлешен сағылдырыусы репрезентатив һайлау буйынса 700 респондент ҡатнашҡан.
Һораштырыуҙар барышында ҡала инфраструктураһы торошо һәм ҡала идараһы сифатына ҙур иғтибар бирелә. Һүҙ, айырым алғанда, юлдар торошо һәм юл хужалығы, халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеүҙең сифаты, белем биреү сифаты, тораҡ-коммуналь хужалыҡ эше, бизнесты булдырыу һәм үҫтереү шарттары һәм ерле хакимиәттәрҙең эш сифаты тураһында бара.
Һораштырыу барышында алынған мәғлүмәттәр тормош сифатының берҙәм индексын иҫәпләү өсөн нигеҙ булып тора. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса иң юғары тормош сифаты булған ҡалалар иҫәбенә Мәскәү, Санкт-Петербург, Грозный, Калуга, Ҡазан, Екатеринбург, Севастополь, Сочи, Калининград һәм Яр Саллы керә.
Рейтингта 31-се урын алған Өфөнән тыш, 33-сө урында Стәрлетамаҡ. Барлығы 2020 йылғы рейтинг илдең 75 ҡалаһын үҙ эсенә ала.
Фото: "Башинформ"