

Әле 16 – 19 мартта Ташкентта уҙғарылған “Төҙөлөш – UzBUILD 2021” Үзбәкстан халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн эшҡыуарҙар исемлеге төҙөлә.
– Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ситтәге сарала ҡатнашыу менән бәйле сығымды тулыһынса үҙ иңенә ала. Компанияларға юл, йәшәү хаҡын һәм шәхси сығымдарҙы ҡапларға ҡала, – тине дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
Бындай ярҙам саралары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекттары нигеҙендә күрһәтелә. Сит илдәрҙә уҙғарылған сараларҙа ҡатнашыуға квота республика эшҡыуарҙарына, күргәҙмә стенды майҙанына ҡарап, 4-5 урын тәшкил итә. Унда күргәҙмә тематикаһына тап килгән тауар етештергән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары вәкилдәре ҡатнаша ала.
Сит ил күргәҙмә-йәрминкә сараһына барыу өсөн Башҡортостан етештереүселәренә республика Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото: rupres.com