+19 °С
Дождь


Төркөмдәр “Умартасылыҡ” һәм “Һыу ҡошо” белгеслектәре буйынса ойошторола.
Уҡыу Башҡортостан дәүләт аграр университет базаһында 273 сәғәтлек программа буйынса үткәрелә. Уҡыу аҙағынан дипломдар тапшырыла.
Проектта ҡатнашырға 1-нән 17 мартҡа тиклем konkyrsmcx@mail.ru электрон почтаһына ғариза, эссе һәм презентацияны ебәрергә кәрәк.
Сара республикала эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн мөһим Һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.