

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән алты программа булдырылған. “Агростартап”, “Ғаилә фермаһы”, кооперативтарҙың матди-техник базаһын үҫтереү, “Агропрогресс”, “Агротуризм”, бынан тыш, кооперативтар тарафынан алынған йыһазландырыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыу мөмкинлеге бар. Әле индерелгән үҙгәрештәр иһә ауыл хужалығы тармағында шөғөлләнгәндәргә ярҙам күләмен арттыра.
Элек кооперативтар өс миллион һумлыҡ грант алһа, әле дәүләт ярҙамы 14 миллион һумға етәсәк. Тик кооперативтың индергән сығымы ла 50 процент тәшкил итергә тейеш.
Лилия Нуретдинова.
Автор коллажы.