+21 °С
Ясно


Владимир Путин министрҙар кабинетына льготалы ипотека программаһын 1 июлгә тиклем оҙайтырға ҡушған ине. Льготалы ипотеканың суммаһы 3 миллиондан, ә ставкаһы 7 проценттан артмаҫҡа тейеш.
“Президент ҡушыуы буйынса 2020 йылда граждандарға һәм төҙөлөш өлкәһенә ярҙам сараһы булараҡ булдырылған льготалы ипотека программаһы 2022 йылдың 1 июленә тиклем оҙайтыла”, - тип хәбәр итә министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте.
Бынан тыш «Ғаилә ипотекаһы» программаһын киңәйтеү көтөлә. Яңы ҡағиҙә буйынса унда бер балаһы булған ғаиләләрҙә ҡатнаша ала.