Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Ноябрь 2021, 10:44

Тел асҡысы табырға ярҙам итә

Бөгөн Халыҡ-ара логопедтар көнө билдәләнә. Йәш педагог Ләйсән Ринат ҡыҙы Байбулдина Бишбүләк 2-се дөйөм урта мәктәбендә эшләй.

Тел асҡысы табырға ярҙам итә
Тел асҡысы табырға ярҙам итә

Сабый донъяға килгәндән алып, һәр әсә уның тәүге аҙымдарын яһағанын, теле асылғанын көтә башлай. Әммә ҡайһы бер балалар ике-өс йәш тулыуға ҡарамаҫтан, һөйләшергә ашыҡмай, ниндәйҙер ымлыҡтар аша яҡындарына нимә кәрәген аңлатырға тырыша. Ата-әсә өмөтләнеп, сабыйын тәүҙә балалар баҡсаһына, артабан инде мәктәпкә алып килә һәм теле ныҡлап асылырына өмөт итә. Бына шундай йүнләп һөйләшә алмаған балаларға Ләйсән Байбулдина кеүек уҡытыусы-логопед ярҙамға килә лә инде.

- Электән үк үҙемдең эшем балалар менән бәйле икәнен белә инем. Был һөнәрҙе һайлауҙа 30 йылдан ашыу башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләүсе әсәйем, Әхмәтшина Зоя Ильяс ҡыҙының роле ҙур булды. Мин балалар баҡсаһында эшләгән ваҡытта М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға индем һәм уҡытыусы-логопед һөнәре алдым. Артабан үҙем эшләгән “Торнаҡай” балалар баҡсаһында Ғабдуллина Әлфина Рифҡәт ҡыҙы етәкселегендә практика үттем һәм IV курста уҡығанда уҡ Бишбүләк 2-се дөйөм урта мәктәбендә алып эшләй башланым, - ти Ләйсән Ринат ҡыҙы.

Бөгөнгө көндә логопедтар күптәрҙе комплекстарҙан ҡотҡара һәм тирә-йүндәгеләр менән бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ аралашыу мөмкинлеге бирә.

- Йылдан-йыл телмәр үҫешендә тотҡарлыҡтар булған балалар һаны артҡан-арта бара. Күптәр логопедтың эше өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү тип уйлай. Беҙ кескәйҙәрҙең телмәр аппаратындағы тыумыштан һалынған етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә, дөрөҫ тын алырға, тауышты асырға, телмәр байлығын үҫтерергә ярҙам итергә тейешбеҙ. Әлбиттә, бында индивидуаль эшләү талап ителә, һәр уҡыусыға “асҡыс” таба алыу мөһим, - ти, үҙ эшенә яуаплы ҡараған педагог.

Балалар менән эшләгәндә Ләйсән Ринат ҡыҙына уҡытыусы ла, психолог та булырға тура килә.

- Һәр һөнәр үҙенсә ауыр, әммә был эш күңелеңә ятһа, барыһын да эшләргә мөмкин. Үҙем менән шөғөлләнгән балаларҙың уңыштарын күреп ҡыуанам һәм уларҙа үҙ-үҙҙәренә ышаныс тыуҙырырға тырышам. Уҡыусыларымдың ауырлыҡтарҙы еңеп сығырына өмөт итәм һәм барыһы ла яҡшы буласаҡ тип, ышандырам.

Ләйлә Ғүмәрова.  

Тел асҡысы табырға ярҙам итә
Тел асҡысы табырға ярҙам итә
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: