Дим буйҙары
+14 °С
Ясно
ИҠТИСАД
10 Февраля 2022, 09:21

Өфө аэропорты — иң яҡшылар иҫәбендә

Уҙған йлығы эш йомғаҡтары буйынса Өфө аэропорты VIII «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһына лайыҡ булды һәм йылына 2-4 миллион пассажир категорияһында илдең иң яҡшы өс аэропорты иҫәбенә инде.

Өфө аэропорты —  иң яҡшылар иҫәбендәӨфө аэропорты —  иң яҡшылар иҫәбендә
Өфө аэропорты — иң яҡшылар иҫәбендә

Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә NAIS-2022 Граждандар авиацияһы инфраструктураһының милли күргәҙмәһе барышында үтте.

2021 йылда «Өфө» аэропорты пассажир ташыу күләмен һиҙелерлек арттырҙы, 2020 йылдың ғына түгел, ә пандемияға тиклемге 2019 йылдың күрһәткестәрен дә уҙып китте.

Өфө аэропорты үҙ тарихында тәүге тапҡыр бер йылда 4 миллиондан ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе.

«Былтыр беҙ яңыртыу программаһының мөһим этабын тамамланыҡ, эске авиалинияларҙың яңы терминалын астыҡ. Бының менән генә туҡтап ҡалмайбыҙ. Беҙҙең төҙөлөш һәм инвестиция циклдары дауам итә, 2024 йылда пассажирҙар өсөн эске терминал логистиканы тамамларға һәм яҡшыртырға йыйынабыҙ», — тине «Өфө» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев.

https://www.bashinform.ru

Өфө аэропорты —  иң яҡшылар иҫәбендә
Өфө аэропорты — иң яҡшылар иҫәбендә
Автор:
Читайте нас