Дим буйҙары
+14 °С
Ясно
ИҠТИСАД
5 Марта 2022, 09:11

Тауар һатыуҙа сикләүҙәр бар

Магазиндарға бер кешегә тауар һатыуҙы сикләргә рөхсәт ителде.

Тауар һатыуҙа сикләүҙәр барТауар һатыуҙа сикләүҙәр бар
Тауар һатыуҙа сикләүҙәр бар

Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Ауыл хужалығы министрлығы Рәсәй сауҙа селтәрҙәренең алыпһатарҙар менән көрәшеү өсөн бер кешегә минималь хаҡ өҫтәлгән ҡайһы бер тауарҙарҙы һатыуҙы сикләү тураһында башланғысын хупланы.

📣 «Эре федераль һәм төбәк сауҙа селтәрҙәре алыпһатарҙарҙың минималь хаҡ өҫтәлгән социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек һатып алыуына юл ҡуймаҫҡа хәл итте», - тип белдерҙеләр Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, илдең ҡайһы бер төбәктәрендә бындай тауарҙарҙы һуңынан арттырып һатыу өсөн күпләп һатып алыу осраҡтары теркәлгән.

❗ Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан буйынса Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт идаралығында магазиндарҙа хаҡтарҙың артыуы сәбәпле ҡыҙыу элемтә эшләй. Телефон - 8(347) 246-21-53 (иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем, шәмбе һәм йәкшәмбе - ял). Электрон почтаға ла яҙырға мөмкин: to02@fas.gov.ru

https://vk.com/bashkortostanim

Тауар һатыуҙа сикләүҙәр бар
Тауар һатыуҙа сикләүҙәр бар
Автор:
Читайте нас