

Илдe килеп тыуған хәлгә бәйле Башҡортостандың төрлө райондарында граждандар магазин кәштәләренән аҙыҡ-түлек, айырым алғанда, шәкәрҙе күпләп ала башланы. Бишбүләк районы халҡы шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙәге ажиотаж hәм фейк хәбәрҙәргә ышанды.
Бишбүләк районы хакимиәте аҙыҡ-түлек ҡытлыҡ күҙәтелмәүен hәм көтөлмәүен белдерә.
10 мартта район хакимиәте инвестициялар, иҡтисад hәм эшҡыуарлыҡ бүлегенең баш белгесе Ирина Данилова Бишбүләктең бер нисә селтәрле булмаған hәм селтәрле магазинында булды, унда социаль әһәмиәтле тауарҙарға хаҡтар мониторингы үткәрҙе. Социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек тауарҙары исемлегенә боҙай ононан икмәк, һөт, аҡ май hәм көнбағыш майы, шәкәр, ҡарабойҙай hәм дөгө ярмаһы, боҙай оно, бәрәңге, кәбеҫтә, кишер, башлы һуған, алма кергән.
Рейд һөҙөмтәләре буйынса минималь хаҡтан тауарҙар һатып алырға мөмкин булған сауҙа нөктәләре һәм супермаркеттар асыҡланды. Әйтәйек, аҡ майҙы 82,5 %-ҡа осһоҙораҡҡа «Тэра» гипермаркетында 589 һумға, рафинадланған көнбағыш майын — селтәр магазиндарында 94 һумға, 2,5%-лы һөттөң литрын 39,49 һумға «Магнит» супермаркетында һатып алыу отошлораҡ. Шәкәрҙе «Монетка» супермаркетында — 69,99 һумға, бойҙай онон — «Тэра» гипермаркетында — 35,70 һумға; шымартылған дөгөнө — «Тэра» гипермаркетында — 69,30 һумға, ә ҡарабойҙайҙы «Пятерочка» супермаркетында 105 һумға һатып алырға мөмкин. Юғары сортлы бойҙай ононан макарон әйберҙәрен «Монетка» супермаркетында — 50 һумға, кәбестәне «Магнит» супермаркетында 61,99 һумға һатып алыу ҡулайыраҡ. Һуғанды «Магнит» супермаркетында һатып алыу осһоҙғараҡ төшә — килограммы 22,99 һум. Алма «Пятерочка» супермаркетында осһоҙораҡ — 89 һум. Ҡайһы бер магазиндарҙа һатыуҙа шәкәр юҡ ине. Сауҙа селтәре хеҙмәткәрҙәре продукттарҙы оҙаҡламай ҡайтасағын хәбәр итте. Шәхси эшҡыуар Алишер Истам улы Кәримовтың икмәк комбинаты, сеймалға һатып алыу хаҡтары артыуға ҡарамаҫтан, икмәккә ваҡлап һатыу хаҡтарын 30 һумҡа ҡәҙәр кәметкән.
Ирина Александровна Бишбүләктәге сауҙа нөктәләре продукция менән тулы күләмдә тәьэмин ителеүен билдәләй.
— Бишбүләктең ваҡлап һатыу селтәрендә аҙыҡ-түлек ҡытлығы күҙәтелмәй. Уртаса хаҡтар артыу яғына ла, кәмеү яғына ла үҙгәрә. Аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтарҙың артыуы һатып алыусыларҙың ихтыяжы, етештереүселәр, тәьмин итеүселәр тарафынан ебәрелә торған продукцияҡа хаҡтар артыуға бәйле, — тип аңлатма бирҙе Ирина Данилова.
Бынан тыш, мониторинг барышында Роспотребнадзорҙың коронавирус таралыуҙы профилактикалау буйынса талаптарын, эпидемияға ҡаршы hәм профилактик саралар комплексын мәжбүри үтеү: һатыусылар hәм һатып алыусылар тарафынан битлек режимын һаҡлау, дезинфекция саралары, һаҡланыу саралары булыуы тикшерелде.
Карина ПАВЛОВА.
Автор фотоһы.