Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ИҠТИСАД
15 Март 2022, 12:56

Алтын сығарыу предприятиеларының эше туҡтатылды

Башҡортостандың ике районында дүрт алтын табыу компанияһының эшмәкәрлеге туҡтатылды.

Алтын сығарыу предприятиеларының эше туҡтатылдыАлтын сығарыу предприятиеларының эше туҡтатылды
Алтын сығарыу предприятиеларының эше туҡтатылды

«Учалы районында — «Альтинвест», «Баширемельресурс», Баймаҡ районында «Таналыҡ» һәм «Граф» предприятиеларының эше туҡтатылды», — тине Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов дүшәмбе оператив кәңәшмәлә.

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һуңғы ике компанияның эшмәкәрлегенән зыянды бөтәһе 1 миллиард һумдан ашыуға баһаланы.

Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районында Оло Толпаҡ күлендә ҡом-ҡырсынташ карьерын эшкәртеү туҡтатылды.

Күлгә урындағы әһәмиәттәге тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелде.

https://www.bashinform.ru

Алтын сығарыу предприятиеларының эше туҡтатылды
Алтын сығарыу предприятиеларының эше туҡтатылды
Автор:
Читайте нас