Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ИҠТИСАД
16 Март 2022, 06:14

«Ашан», «Леруа Мерлен» сауҙа үҙәктәре эшен дауам итә

Франция бизнесмендары, шул иҫәптән Башҡортостанда эшләгән «Ашан», «Декатлон» һәм «Леруа Мерлен» халыҡ-ара ретейлерҙары Рәсәйҙә ҡалырға тейеш, тип белдерҙе Француз эшҡыуарҙары союзы башлығы Жоффруа Ру де Безье BFM TV эфирында.

«Ашан», «Леруа Мерлен» сауҙа  үҙәктәре эшен дауам итә«Ашан», «Леруа Мерлен» сауҙа  үҙәктәре эшен дауам итә
«Ашан», «Леруа Мерлен» сауҙа үҙәктәре эшен дауам итә

Уның һүҙҙәренсә, Францияның Рәсәйҙәге компанияларында 160 меңгә яҡын кеше эшләй.

«Улар ашарға, хеҙмәт хаҡы алырға тейеш. Эш биреүсе булараҡ, беҙҙең бурыс — хеҙмәт хаҡы түләү», — тине Ру де Безье.

Бизнес Франция хөкүмәте тәҡдимдәренә ярашлы эш итә, ул компанияларҙы япмауҙы һорай, тине ул. «Ашан» Рәсәйҙә лә, Украинала ла асыҡ, тип билдәләне Руде Безье.

https://www.bashinform.ru

«Ашан», «Леруа Мерлен» сауҙа  үҙәктәре эшен дауам итә
«Ашан», «Леруа Мерлен» сауҙа үҙәктәре эшен дауам итә
Автор:
Читайте нас