

Еңел автомобилдәргә хаҡтар артыуы уртаса 7 % тәшкил итә. "АвтоВАЗ" 16 марттан Lada автомобилдәренә хаҡтарҙы күтәргән. Шулай итеп, барлыҡ модель рәттәр буйынса үҫеш яҡынса 7 процент тәшкил итте, дип хәбәр итә компанияның матбуғат хеҙмәте. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, был йыл башынан 3-сө һәм март айына 2-се тапҡыр ВАЗ автомашиналарына хаҡтар күтәрелеүе. Хәҙер, актуаль прайс-лист нигеҙендә, Lada Granta – 728 мең һум (+6 процент), Vesta – 1,122 млн һум (+8 процент), Largus универсал – 1,236 млн һум (+15 процент), Xray – 1,107 млн һум (+11 процент), Niva Legend – 819 мең һум (+5 процент), Niva Travel-1,067 млн һум (+6 процент) тәшкил итә. "АвтоВАЗ" тулы етештереү циклы буйынса автомобилдәр, шулай уҡ ике бренд - Lada һәм Renault өсөн комплектлау әйберҙәре етештерә. Заводтар Тольяттиҙа һәм Ижевскиҙа урынлашҡан. Lada маркаһы, айырым алғанда, биш моделдән тора: Vesta, Xray, Largus, Granta һәм Niva. Хәҙерге ваҡытта бренд Рәсәй автомобиль баҙарының 20 %-тын артыҡ өлөшөн тәшкил итә. Ул 20-нән ашыу илдә һатыла.