

Заман тракторҙа эшләү өсөн дә юғары технологияларҙы белеүҙе талап итә. Сөнки һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығын һанлаштырыу әүҙем бара. Һуңғы өс йылда Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән «Һанлы иҡтисад» дөйөм дәүләт программаһына ярашлы федераль бюджеттан 363 миллион һум аҡса алған. Республиканың IТ-өлкәһен үҫтереү өсөн 2019 йылда - 90 миллион һум, 2020 йылда - 120 миллион һум, 2021 йылда 153 миллион һум ебәрелгән.
2022 йылда республикала агросәнәғәт комплексын һанлаштырыу айырым иғтибар биреү планлаштырыла.