+30 °С
Болотло


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һалынған штраф 60 көндән ашыу түләнмәгән хәлдә бурыс һанала. Бының өсөн штрафтың күләмен икеләтә арттырыу йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу рәүешендә яуаплылыҡ ҡаралған.
Шулай уҡ административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы ҡарарҙар штрафтарҙы мәжбүри рәүештә түләттереү өсөн суд приставтарына, пенсия фондына, эш урынына йүнәлтелә. Шунлыҡтан белгестәр граждандарҙы административ штрафтарҙы түләү ваҡытын һуҙмаҫҡа саҡыра.