

2021 йылда медицина хеҙмәткәрҙәренә дөйөм суммаһы 22,2 миллиард һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған страховка аҡсаһы түләнде. Резерв фондтан яңы транш 2022 йылдың II кварталы аҙағына тиклем ошо ярҙам сараһын финанслауҙы тулы күләмдә тәьмин итергә мөмкинлек бирергә тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президентының 2020 йылдың майында ҡул ҡуйған указына ярашлы, табиптарҙың, урта һәм кесе медицина персоналының, шулай уҡ коронавирус менән сирләгәндәргә ярҙам күрһәткәндә үҙҙҙәре сир йоҡторған ашығыс ярҙам водителдәренең өҫтәмә страховка гарантияһына хоҡуғы бар.
Фото:Валерий Шахов
Источник: https://bash.bashinform.ru/