Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ИҠТИСАД
1 Апрель 2022, 11:10

Мутлашыусылар төрлө хәйләгө бара

Өфө ҡалаһы полицияһына ҙур суммала аҡса юғалтыуы тураһында 83 йәшлек пенсионер мөрәжәғәт иткән.

Мутлашыусылар төрлө хәйләгө бараМутлашыусылар төрлө хәйләгө бара
Мутлашыусылар төрлө хәйләгө бара

Уларҙың фатирына бер нисә көн элек газ хеҙмәте вәкилдәре килеп киткән була. Ирҙәрҙең берәүһе аш бүлмәһенә үтеп, газ приборҙарын - плитаны, счетчикты, газ анализаторын тикшерә башлаған, ә уның иптәше йылытыу системаһын тикшереү өсөн залға үткән. Тикшереүҙән һуң ирҙәрҙең береһе кранды  алмаштырырға кәрәклеген , тик  бындай эш 16 мең һум тороуын белдерә. Хужа әбейе менән кәңәшләшкәндән һуң аҡса бирергә ризалаша. Пенсионерка тумбочканан аҡса алып, кәрәкле сумманы иҫәпләп сығарып, ялған оҫталарға тапшыра. Һуңынан уларҙан кухняла кәрәкле документтарҙы тултырыуҙарын һорайҙар. Шул ваҡытта ирҙәрҙең береһе йоҡо бүлмәһенә инә.

Бер нисә көндән һуң ир менән ҡатын һаҡланған аҡсаны тикшереп ҡарарға була һәм 450 мең һум аҡсаның приколдар банкының купюраларына алмаштырылыуын асыҡлай. Ҙур суммалағы аҡсаларынан ҡолаҡ ҡаҡҡан әбей менән бабай ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт итә.

Фото: ura.guwi.ru

ye102.ru 

 

Мутлашыусылар төрлө хәйләгө бара
Мутлашыусылар төрлө хәйләгө бара
Автор:
Читайте нас