Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
12 Апрель 2022, 09:02

14 апрель - Берҙәм ғаилә консультациялары көнө

Башҡортостанда 14 апрелдә 10.00 - 17.00 сәғәттәрҙә, «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсына ярашлы, Берҙәм ғаилә консультациялары көнө уҙғарыла.

14 апрель - Берҙәм ғаилә консультациялары көнө
14 апрель - Берҙәм ғаилә консультациялары көнө

Белгестәр урындарҙағы халыҡтың төрлө һорауҙарына яуап бирәсәк:

✓Опекаға алғанда ниҙәр талап ителә?
✓Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙамды нисек юлларға?
✓Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ниндәй вакансиялар тәҡдим итә?
✓Яңы һөнәрҙәргә нисек уҡырға?
✓Алкоголь һәм/йәки наркотикка бәйле яҡын кешеңә нисек ярҙам итергә? Ғаиләлә көс ҡулланылған саҡта ни эшләргә?
✓Ысын тормош шатлыҡтарын күреп йәшәүҙе ниҙән башларға?

Квалификациялы һәм юридик ярҙамды компетентлы белгестәр - табип-наркологтар, опека һәм мәғариф бүлектәре вәкилдәре, «Ғаилә» үҙәктәре, халыҡ мәшғүллеге хеҙмәттәре белгестәре, юристар күрһәтәсәк.

Берҙәм ғаилә консультациялары көнөнөң республика райондарында ҡасан һәм ниндәй урында үткәрелгәне хаҡында мәғлүмәтте Башҡортостандың Ғаилә порталына инеп таба алаһығыҙ: https://www.семьярб.рф/family-poster/edinyy-den-semey..

Акцияны ойоштороусылар - Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары; Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың муниципаль райондары хакимиәттәре.

oskon.info

14 апрель - Берҙәм ғаилә консультациялары көнө
14 апрель - Берҙәм ғаилә консультациялары көнө
Автор:
Читайте нас: