Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
12 Апрель 2022, 06:58

Ниңә торлаҡты күберәк һатып алғандар?

Башҡортостанда мартта, февраль менән сағыштырғанда, “ташламалы ипотека” буйынса килешеүҙәр һаны өс тапҡырға артҡан.

Ниңә торлаҡты күберәк һатып алғандар?
Ниңә торлаҡты күберәк һатып алғандар?

Яҙҙың беренсе айында Башҡортостанда ташламалы кредит алыу буйынса 683 килешеү төҙөлгән. Был, быға тиклемге ай менән сағыштырғанда, 3,5 тапҡырға күберәк. Уларҙың 606-һы төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу менән бәйле булһа, 10-һы һатып алыу һәм һатыу, 67-һе хаҡын кәметеү килешеүе.

Ихтыяждың былай артыуы 1 апрелдән процент ставкаһының 7-нән 12 процентҡа тиклем күтәрелеүе менән бәйле, тип белдерә белгестәр. “Ташламалы ипотека” ғәмәлдә булған ваҡытта 11683 тапҡыр файҙаланғандар, - тип хәбәр иткән “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова. – “Ауыл ипотекаһы” буйынса ставкалар үҙгәреше ҡаралмаған, шуға был йәһәттән күрһәткестәрҙең кәмеүе күҙәтелә. Шулай итеп, февралдә “ауыл ипотекаһы” файҙаланылған ун, мартта туғыҙ ғына килешеү төҙөлгән”.

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ведомство дәүләт программалары буйынса ипотеканы теркәү процесын ҡулайлаштырыуға айырым иғтибар бүлә. Бындай килешеүҙәр ҡыҫҡа ваҡытта – ике көндә – ҡарала. Бынан тыш, “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында “ташламалы” һәм “ауыл” ипотекаһын теркәү буйынса мөрәжәғәт итеүселәргә һәр йәһәттән кәңәш биреү буйынса булышлыҡ итә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын да тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Тик Рәсәй Хөкүмәте ташламалы кредит биреүҙә генә туҡтап ҡалмаған, 4 апрелдә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин резерв фондынан IT-белгестәр өсөн ташламалы ипотеканы субсидиялау өсөн 1,5 миллиард һум аҡса бүлеү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйған. Уға халҡы миллиондан ашҡан ҡалалағы айына килеме 150 мең һум, төбәктәрҙә 100 мең һум булған 22-нән 45 йәшкә тиклемге компьютер тармағы белгестәре дәғүә итә.

Фото: samara-tsentr.blizko.ru

#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

 

Ниңә торлаҡты күберәк һатып алғандар?
Ниңә торлаҡты күберәк һатып алғандар?
Автор:
Читайте нас: