Дим буйҙары
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
15 Апрель 2022, 15:42

«Урман» операцияһы

Бишбүләк районында 15 марттан 31 мартҡа тиклем «Урман» операцияһы уҙғарылды.

«Урман» операцияһы
«Урман» операцияһы

 — Был профилактик операцияны Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторҙоҡ, — тип һөйләй Дәүләт техник күҙәтеү идараһының  Бишбүләк районы буйынса баш дәүләт инженер-инспекторы Эдуард Михайлович Григорьев. — Ағас әҙерләү hәм эшкәртеү урындарында ике рейд үткәрелде. Тәрән ҡар ҡатламдары булыу сәбәпле, райондың эре урман массивтарында ағас әҙерләү эштәре әлегә башланғыс стадияла hәм үҙйөрөшлө машиналар hәм уларға тағылмалар аҙ файҙаланыла. Профилактик саралар барышында хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланманы.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

«Урман» операцияһы
«Урман» операцияһы
Автор:
Читайте нас: