Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Апрель 2022, 09:09

Яңы лизинг продуктын уйлап тапҡандар

"Тотороҡло үҫеш" продукты төбәктә эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн көрсөккә ҡаршы сара булараҡ эшләнгән.

Яңы лизинг продуктын уйлап тапҡандар
Яңы лизинг продуктын уйлап тапҡандар

Продукт менән шәхси эшҡыуарҙар һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ ойошмалары файҙалана ала.
Был ғәмәл “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Тотороҡло үҫеш шәхси эшҡыуарҙар һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ ойошмалары өсөн отошло шарттар - льготалы лизингты тәҡдим итә.
Был продукт буйынса финанслауҙың минималь суммаһы 2,5 миллион һумдан 500 меңгә тиклем төшһә, лизинг ваҡыты 60 айҙан 84 айға саҡлы оҙайтылған.
"Былар барыһы ла станок паркын яңыртырға, яңы йүнәлештәр асып, импортты алмаштырыу мөмкинлектәре сиктәрендә талап ителгән продукцияны сығарырға ярҙам итәсәк", - тип билдәләйҙәр эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетында.
Яңы лизинг продуктын алырға теләүселәргә лизинг килешеүен хеҙмәтләндереү буйынса лояль шарттар ҡаралған: түләүҙәрҙең шәхси ваҡыты билдәләнә, шулай уҡ түләүҙе кисектереп тороу мөмкинлеге лә бар.
Бынан тыш, яңы продукт буйынса финанслау өсөн бөтә иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре исемлеге лә киңәйтелде. Хәҙер ҡунаҡхана, шифахана эшҡыуарлығы һәм туризм, йәмәғәт туҡланыуы һәм спорт өлкәләрендә үҙ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған предприятиелар 500 мең һумдан ашыу суммаға лизинг ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә.
Иҡтисади эшмәкәрлектең тулы исемлеге, льготалы лизинг буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг сайтында йәки түбәндәге телефон һандарына шылтыратып алырға мөмкин: 8 (347) 222-46-16 и 222-46-17.

н#национальныепроекты#нацпроекты
https://bashgazet.ru

Яңы лизинг продуктын уйлап тапҡандар
Яңы лизинг продуктын уйлап тапҡандар
Автор:
Читайте нас: