Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
25 Апрель 2022, 17:38

Еңеү байрамы уңайынан айырым түләүҙәр ҡаралған

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Еңеү көнөнә 10 мең һум күләмендә йыл һайын түләү тураһындағы Указ 2022 йылда ла ғәмәлдә буласаҡ.

Еңеү байрамы уңайынан айырым түләүҙәр ҡаралған
Еңеү байрамы уңайынан айырым түләүҙәр ҡаралған

Был хаҡта «Прайм» агентлығына РУДН-ның иҡтисад факультеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Лариса Сорокина  һөйләгән.

Түләүҙәргә Рәсәй граждандары булған Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм унда ҡатнашыусылар, шулай уҡ Латвия, Литва һәм Эстонияла даими йәшәүселәр иҫәп тота ала. Сорокина билдәләп үтеүенсә, 2022 йылда, 10 мең һум күләмендә түләүҙән тыш, төбәктәр буйынса өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.

Эксперт һүҙҙәренә ҡарағанда, ветерандарға Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә тура килмәйәсәк. Аҡса апрель-май айҙарында пенсия менән бергә күсереләсәк.

Сығанаҡ: © РИА Новости

Фото: AP 2022

baltachtan.ru

Еңеү байрамы уңайынан айырым түләүҙәр ҡаралған
Еңеү байрамы уңайынан айырым түләүҙәр ҡаралған
Автор:
Читайте нас: