Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
28 Апрель 2022, 17:17

Льготалы ипотека ставкаһы тағы үҙгәргән

1 майҙан Башҡортостанда һәм тотош илдә 12% алып 9% тиклем түбәнәйтелгән ставка буйынса льготалы ипотека эшләй башлай, тип хәбәр итте Рәсәйҙең Финанс министрлығы.

Льготалы ипотека ставкаһы тағы үҙгәргән
Льготалы ипотека ставкаһы тағы үҙгәргән

Яңыртылған дәүләт программаһы 2022 йылдың аҙағынаса ғәмәлдә була. Бюджеттан финанслау күләме 461 миллиард һумға баһалана.

Башҡортостан һәм башҡа төбәктәр өсөн кредиттың максималь суммаһы — 6 миллион һумға тиклем.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Рәсәй Президенты Владимир Путин льготалы ипотека ставкаһын кәметергә тәҡдим иткәйне.

https://www.bashinform.ru

Льготалы ипотека ставкаһы тағы үҙгәргән
Льготалы ипотека ставкаһы тағы үҙгәргән
Автор:
Читайте нас: